«Һеҙ Нияз Мансур улын бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, таныштырырға кәрәкмәй. Беҙ бизнес-шерифтар, муниципалитеттар менән эште көсәйтербеҙ. Нияз Мансур улы был бурысты атҡарып сыға алыр тип уйлайым, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Римма Юрьевна (Бойцова) беҙҙең менән ҡала, ул ҙур проекттар өҫтөндә эшләй, атап әйткәндә, IQ-парк, Киләсәк фабрикаһы, шуға күрә беҙ шул рәүешле алға табан барабыҙ».