+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2021, 21:39

Ирекмәнлек, ижад, спорт һәм туризм – иң популяр йүнәлештәр

Киләһе аҙнала Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-Тау” һәм “Үҫеш территорияһы” форумдары мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы һәм йәштәрҙе берләштерәсәк. Быйыл ике ҙур йәштәр форумы, “Уңыш инсайты” дөйөм бренды аҫтында үтеп, фән һәм технологиялар йылына һәм кешенең космосҡа тәүге осошоноң 60 йыллығына арнала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Киләһе аҙнала Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-Тау” һәм “Үҫеш территорияһы” форумдары мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы һәм йәштәрҙе берләштерәсәк. Быйыл ике ҙур йәштәр форумы, “Уңыш инсайты” дөйөм бренды аҫтында үтеп, фән һәм технологиялар йылына һәм кешенең космосҡа тәүге осошоноң 60 йыллығына арнала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡатнашыусыларҙы өс көнлөк ҡыҙыҡлы программа көтә. Бында оҫталыҡ дәрестәре, проект сессиялары, кейстар һәм консультациялар үтә. Белем биреүҙән тыш, ойоштороусылар төрлө дискуссилар, проект лабораториялары, нетворкинг, ижади, спорт һәм мәҙәни майҙансыҡтар булыуын вәғәҙә итә.
Эксперттар менән эш һөҙөмтәһендә 18 – 30 йәшлек ҡатнашыусылар, конкурсҡа үҙ проекттарын тәҡдим итеп, грант ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. 14 – 17 йәштәге егеттәр менән ҡыҙҙар иһә кейс-мәсьәләләр сисә һәм уларҙы үҙ ҡалаларында тормошҡа ашырырға йүнәлә.
“Республика йәштәренән 200-ҙән ашыу проект алдыҡ. Иң популяр йүнәлештәр булып ирекмәнлек, ижад, спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм туризм тора. Быйыл “Смарт-тау 5.0”республиканың талантлы, идеялы һәм үҙенсәлекле фекерле йәштәрен берләштерәсәк. Ә “Үҫеш территорияһы” майҙансығында мәктәп уҡыусылары әйләнә-тирәләге ысынбарлыҡты социаль практика аша булдырырға өйрәнер”, – ти форумды ойоштороусылар.
Форум 26 – 28 апрелдә үтә. Уның тураһындағы яңылыҡтарҙы ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин: https://vk.com/bashmol.
Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлелек” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: