Өфөлә газондарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына машина ҡуйыуҙы бөтөрөү буйынса профилактик рейдтар дауам итә. Ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре көн һайын автомобилдәрҙә протокол төҙөү өсөн килергә кәрәклеге хаҡында белдереү ҡағыҙы ҡалдыра. Йыл башынан алып 924 протокол төҙөлгән дә инде.
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Лариса Сәлихова белдереүенсә, йәшеллекте боҙған өсөн штраф ҡаралған. Граждандар өсөн ул – бер меңдән алып ике мең һумға ҡәҙәр, вазифалы кешеләр өсөн – биш меңдән алып 10 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн 20 меңдән алып 30 мең һумға тиклем тәшкил итә. Киренән эш боҙған осраҡта штраф күләме ике тапҡыр арта.
Төп маҡсат – штрафтар һалыу түгел, ә газон һәм сәскә түтәлдәрен һаҡлау. Бер тапҡыр машина инеп сығыуы күпме кешенең хеҙмәте тыуҙырған матурлыҡты юҡҡа сығара бит. Етмәһә, автомобиль тәгәрмәсенә йәбешеп сыҡҡан тупраҡ юлды бысрата, был ҡала биләмәһендә саң туҙыуға килтерә.
“Автомобилдәрегеҙҙе махсус урындарға ҡуйығыҙ”, – тип мөрәжәғәт итә ҡала кешеләренә хакимиәт вәкилдәре.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.