+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2021, 22:03

Донорҙар – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусылар

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында, Милли донор көнө алдынан, Ҡан хеҙмәтенең XIII Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы.

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында, Милли донор көнө алдынан, Ҡан хеҙмәтенең XIII Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы.
Пленар ултырышты асып, Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова бөгөн ҡан хеҙмәтенең аныҡ һәм көйлө система булыуын билдәләне. Ул илдең бөтә медицина ойошмаларын ҡан һәм уның компоненттары менән тәьмин итә. Үткән 2020 йыл бөтә донъя һәм илебеҙ өсөн ауыр һынау йылы булды. Күп илдәрҙә донорҙар һаны кәмене һәм ҡан дефицитҡа әйләнде, ләкин Рәсәйҙә был проблеманың киҫкенләшеүенә юл ҡуйылманы. Вероника Скворцова әйтеүенсә, власть органдарының, йәмәғәт һәм волонтерлыҡ ойошмаларының тырышлығы менән былтыр системаға өҫтәмә рәүештә 175 меңдән артыҡ донор ҡушылған.
Вероника Скворцова республика етәкселегенә һәм шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа был оло сараны ойоштороу өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, форумда сығыш яһап, пандемияға бәйле проблемаларға ҡарамаҫтан, республиканың ҡан хеҙмәте үҙ бурысын бик яҡшы үтәүен, ҡан һәм уның компоненттары менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булмауын билдәләне. Ул ҡан хеҙмәтендә эшләүселәрҙең фиҙакәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
“Мин әлеге мәлдә ҡан биреү станцияһында үҙ эш урынында булған бөтә хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтергә теләйем”, – тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ республикабыҙ донорҙарына – йөрәк ҡушыуы буйынса ҡан тапшырып, башҡалар ғүмерен ҡотҡарыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Үткән йылда коронавирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда ҡан биреү станцияһы менән көйлө эшләү һөҙөмтәһендә ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү яйға һалынды. Плазма ярҙамында меңдәрсә ғүмерҙәр ҡотҡарылды. Шул осорҙа республикала 2 718,2 литр ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләнгән, коронавирусты үткәргән 4,6 мең кеше ҡан биргән. Вероника Скворцова ла Башҡортостандың ҡан биреү станцияһының илдә алдынғыларҙан булыуын әйтеп үтте, плазма әҙерләү эшенә юғары баһа бирҙе.
Форумда ҡатнашыусылар коронавирус пандемияһы осоронда Рәсәй ҡан хеҙмәте ойошмаларының эш үҙенсәлеге мәсьәләләрен тикшерҙе, донорлыҡ потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса уңышлы тәжрибәләргә байҡау яһаны. Сара аҙағында Рәсәй ҡан хеҙмәте ойошмалары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды.
Илебеҙҙә Милли донор көнө иртәгә, 20 апрелдә, билдәләнәсәк.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: