17 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында булды һәм милли мәғлүмәт сараларының тәүге форумының йомғаҡлау ултырышында ҡатнашты. “Красноусол” шифаханаһында уҙған медиайыйынға республика һәм муниципаль мәғлүмәт сараларынан 250-нән ашыу баш мөхәррир һәм журналист, блогерҙар, тармаҡ эксперттары килгәйне.
Ултырышта милли телдәрҙәге киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең төп йүнәлештәре тикшерелде.
Республика Башлығы үҙ сығышында редакциялар коллективтарына Башҡортостан халыҡтары телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ милли телдәрҙе һаҡлаусы һәм кешеләргә еткереүсе булып тораһығыҙ. Был ғилми категория ғына түгел. Был республикабыҙҙа йәшәүсе милләттәрҙе туплау сараһы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы республика халҡының 70 процентҡа яҡыны мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән алыуын билдәләне. Улар иһә бөгөн заманса медиамөхиттең мөһим өлөшөнә әйләнде. Киң мәғлүмәт сараһы уңышлы үҫешһен өсөн, төрлө интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә әүҙем булырға кәрәк. Республика етәксеһе Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына редакцияларҙың социаль селтәрҙә эшләүсе белгестәрен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ әүҙем эшләгән урында аудиторияның ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. Был йәһәттән беҙҙең матбуғаттың һәм электрон баҫмаларҙың, телерадиокомпанияларҙың үҙенсәлекле үҫеш мөмкинлектәре бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика киң мәғлүмәт сараларының ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү өсөн, Башҡортостан Башлығы йыл һайын 100-әр мең һумлыҡ 100 грант булдырырға ҡушты. Башҡортостан Журналистар союзы был проекттың операторы буласаҡ.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – редакцияларҙың, бигерәк тә район гәзиттәренең кадрҙар менән тәьмин ителеше. Уны хәл итеү күбеһенсә хеҙмәт хаҡы кимәленә бәйле. Үкенескә күрә, ул төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡынан байтаҡҡа түбән.
Радий Хәбиров, 2022 йылда республика хеҙмәт хаҡы фондын өҫтәмә финанслауға 74 миллион һум аҡса бүләсәк, тип хәбәр итте. Был иһә тармаҡта эш хаҡын 25 процентҡа күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.
Бынан тыш, 2022 йылда республика гәзит-журналдары урынлашҡан Матбуғат йортон капиталь ремонтлау проектын әҙерләйәсәктәр.
– Матбуғат йорто – журналистарыбыҙ өсөн изге урын. Әммә 1973 йылда төҙөлгән бинаның тышҡы йөҙө һәм техник торошо заман талаптарына яуап бирмәй. Уны 2023 йылда капиталь ремонтларға тырышасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Сығышының аҙағында Башҡортостан Башлығы тармаҡ уңғандарына дәүләт бүләктәре тапшырҙы.
Артабан секциялар ултырышында ҡатнашыусылар эш ваҡытында тупланған тәҡдимдәрен еткерҙе. Мәҫәлән, республика Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һөнәри берлеккә эш бинаһы кәрәклеген әйтеп үтте һәм төбәк етәксеһенең был һорауҙа ярҙам итеүен һораны. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Журналистарҙы мин партнерҙарыбыҙ һәм фекерҙәштәребеҙ тип күрәм. Киң мәғлүмәт саралары көнүҙәк мәсьәләләр буйынса әүҙем аңлатыу эше алып барырға тейеш. Ташҡын булһынмы йәки коронавирустан вакцинациялаумы – улар иғтибарынан бер мәсьәлә лә ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк Башлығы Башҡортостандың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы яҡтыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙан булыуын, һәм бында республикабыҙҙың милли телдәрҙәге мәғлүмәт саралары өлөшө лә ҙур икәнен әйтеп китте.
“Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина милли контентты, шул иҫәптән башҡорт телендәге сериалдар һәм балалар тапшырыуҙары сығарыуҙы маҡсатлы финанслау мәсьәләһен күтәрҙе. Ул шулай уҡ БДУ-ла “журналистика” белгеслеге буйынса бюджет урындарын һаҡлау мөһимлеге хаҡында ла һөйләне.
Республика етәксеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрендәге контентты финанслау дауам ителәсәген билдәләне.
– Беҙ хәлде өйрәнербеҙ һәм Башҡорт дәүләт университетында “журналистика” белгеслеге буйынса бюджет урындарын һаҡлау юлын табырға тырышырбыҙ. Минеңсә, был осраҡта, уҡыу йортон тамамлаусылар район гәзиттәренә йәки муниципаль телеканалдарға эшкә барһын өсөн, бюджет иҫәбенә уҡыу маҡсатлы булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы журналистарҙы һөнәри уҡытыу буйынса республика медиамәктәбен ойоштороу хаҡындағы тәҡдимде хупланы. Уның фекеренсә, проектты Мәғарифты үҫтереү институты базаһында ғәмәлгә ашырырға мөмкин.
“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң радио каналы етәксеһе Миләүшә Йәғәфәрова Башҡортостанда милли мәғлүмәт саралары өсөн федераль конкурс ойошторорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров, тәҡдимде хуплап, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына был мәсьәлә өҫтөндә эшләргә ҡушты.
– Бөгөн мин күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр һәм идеялар ишеттем. Һеҙ бер-берегеҙ менән күрешеп, аралаштығыҙ, эксперттарҙы тыңланығыҙ. Тармаҡта йыйылған бөтә мәсьәләләрҙе бер йылда ғына хәл итеп булмауы аңлашыла, ләкин алға китеш бар. Был форумды йыл һайын үткәрергә тәҡдим итәм, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.