-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2021, 22:52

Баланың үлемен көткәндәр

Ял көндәрендә Учалы районы Сәфәр ауылында булған фажиғә барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Берәҙәк эттәр 4 йәшлек баланы талап үлтергән. Уның видеоһы социаль селтәрҙә таралырға ла өлгөрҙе.

Ял көндәрендә Учалы районы Сәфәр ауылында булған фажиғә барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Берәҙәк эттәр 4 йәшлек баланы талап үлтерҙе. Уның видеоһы социаль селтәрҙә таралырға ла өлгөрҙе.
4 йәшлек Илнар исемле малай тышҡа уйнарға сыҡҡан арала булған фажиғәне, битараф ҡына күҙәтеүе мөмкин түгел. Баланың апаһы һөйләүенсә, ул иртәнге сәғәт 10-11-ҙә тышҡа велосипедта йөрөргә сыға. Был ваҡытта сабыйҙың әсәһе кер йыуа, атаһы ла мәшғүл була. Бер кем бер нимә ишетмәй.
-Тәүге булып күршеләр күреп ҡалған һәм саң ҡаҡҡан. Әсәйемде саҡырғандар. Ләкин ул килеп етеүгә, Илнар ҡустым үлгән була, - тип һөйләгән Алина исемле ҡыҙыҡай.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, берәҙәк эттәр ауылда күп, уларҙың кешегә ташланыу осраҡтары элек тә теркәлгән булған. Тейешле органдарға мөрәжәғәт итеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәгән.
Был фажиғәнән һуң, ауылда бөтә эттәрҙе лә тотоп ябыу сараһын күргәндәр. Шул иҫәптән, йорт эттәре лә тоҙаҡҡа эләккән. Ә бына агрессив ике берәҙәк эт киреһенсә, ҡасып ҡотолдо,- ти кешеләр.
Республиканың тәфтиш комитеты, баланың һәләк булыуы арҡаһында енәйәт эше асҡан, прокуратура органдары тикшереү башлаған.
Йәмғиәттә резонанс тыуҙырған был ваҡиға буйынса социаль селтәрҙәрҙә әле лә фекер алышыуҙар тынмай. Кешеләр ҡот осҡос фажиғәғә үҙ баһаһын бирә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: