“Красноусол” шифаханаһындағы медиайыйында алған сағыу тәьҫораттар бик оҙаҡ күңелдәрҙән китмәҫ. Мәҫәлән, “Медиабаҙар үҙгәреүе шарттарында стресҡа бирешмәүсәнлекте күтәреү” тигән секцияға йыйылған журналистар ундағы йәнле аралашыуҙы ҡат-ҡат иҫкә төшөрөр, моғайын.
Улар, өсәр-дүртәр кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, үҙ эштәрендәге төрлө көсөргәнешле хәлдәрҙе тикшерҙе. Йөрәк ялҡынын һалыуҙы талап иткән һөнәр эйәләренә нисек “янып көлгә ҡалыуҙан” һаҡланырға? Эшеңде ныҡ яратһаң да, унан тамам арып-йонсоһаң, ни ҡылырға? Ни рәүешле итеп эшеңде лә уңышлы алып барырға һәм ғаиләңде лә матур итеп ҡарап өлгөрөргә? Был майҙансыҡта ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.
Секция ултырышын блогер, психолог Елена Садыҡова бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо.
#Медиайыйын2021 #ФорумСМИ2021 #Башҡортостанҡыҙы #Башкортостанкызы