+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 18:18

Патриоттар үҫә

Яңауыл ҡалаһындағы “Батыр” хәрби-патриотик клубында тематик квестар үткәрелеп тора. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңауыл ҡалаһындағы “Батыр” хәрби-патриотик клубында тематик квестар үткәрелеп тора.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Һуңғы осрашыуҙа йәш курсанттар Йыһан серҙәре хаҡында һөйләште.
Балалар квест станциялары буйынса барҙы, айҙа база төҙөү өсөн деталдәр алды. Сараны ойоштороусы Нәфисә Фәсхетдинова әйтеүенсә, мауыҡтырғыс квест балаларҙы бер дөйөм эшкә туплауға ярҙам итә. “Малайҙарға уйын бик оҡшаны. Ҡыҙыҡлы мәсьәләләр күңелде күтәрҙе”, – ти ул.
Бындай квестар балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтерҙе һәм иғтибарҙы үҫтерә, кешеләргә, илдең тарихына ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Сара “Мәғариф” милли проектының “РФ граждандарына патриотик тәрбиә биреү” федераль проекты сиктәрендә үткәрелде.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: