+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 12:51

Милли кейем матурлығы

Бөгөн Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй.Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, был байрам йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә.

Бөгөн Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй.
Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, был байрам йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә.
Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында милли кейем көнөн үткәреү буйынса бик күп саралар планлаштырылған.
Төп сараларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Социаль селтәрҙәрҙә “Дуҫлыҡ бейеүе” акцияһы бара. “Селтәр” студияһы оҫталары башҡорт милли кейемендә дефиле күрһәтә, “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле социаль селтәрҙәрҙә фотоһүрәттәр аша милли кейемдә ҡулланылған элементтар менән таныштыра. Оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Гөлнара Шафиҡова – башҡорттарҙың традицион кейеме һәм биҙәүестәр тураһында, Юлай Ғәлиуллин баш кейемдәре хаҡында һөйләй. Видеодәрестәр Халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә ҡуйыла.
Кисен С. Юлаев майҙанында Ритайым.Party программаһында артистар, бейеү коллективтары сығыш яһар, тип көтөлә.
Республика музейҙарында Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәренә арналған тематик экскурсиялар, милли кейемгә ҡағылышлы саралар ойошторола. Рус драма театрында, Р.Нуриев исемендәге хореография колледжында сәхнә костюмдарына, милли кейемгә бағышланған күргәҙмәләр үтә.
Баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа мәҙәниәт үҙәктәре лә байрамдан ситтә ҡалмай. Салауат музыка колледжы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе, шулай уҡ ҡаланың рус драма театры, Туймазы татар драма театры, Нефтекама филармонияһы, Сибай концерт-театр берләшмәһе лә тематик саралар ойоштора.
Милли кейем көнөнән Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ, республикала йәшәгән башҡа халыҡтар вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә байрамға ныҡлап әҙерләнгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: