+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 17:55

“Изге эштәр төбәге”

Башҡортостанда “Изге эштәр төбәге” Бөтә Рәсәй иң яҡшы төбәк практикалары бәйгеһенең төбәк этабы башлана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Изге эштәр төбәге” Бөтә Рәсәй иң яҡшы төбәк практикалары бәйгеһенең төбәк этабы башлана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан үткәрелә.
Төбәк этабы еңеүселәре ил күләмендә республика данын яҡлаясаҡ. Федераль этап еңеүселәре иһә 2022 йылда проектын тормошҡа ашырыу өсөн субсидия ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 30 апрелгә тиклем [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Хатҡа “Изге эштәр төбәге” бәйгеһенә (“На Конкурс РДД”) тигән билдә ҡуйырға кәрәк.
Һорауҙарығыҙ булһа, +7 (347) 251-89-76 телефоны йә [email protected] электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: