+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 17:41

Эшҡыуарҙарға ярҙамға

Башҡортостан Республикаһының Берҙәм инвестиция порталында (investrb.ru) “Эшҡыуарҙарға” бүлеге яңыртылды.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының Берҙәм инвестиция порталында (investrb.ru) “Эшҡыуарҙарға” бүлеге яңыртылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Унда навигация яңыртылған, эшҡыуарҙар өсөн кәрәкле nalog.ru, КонсультантПлюс кеүек ресурстарға һылтанмалар өҫтәлгән.
“Эшҡыуарҙарға” бүлеге Башҡортостанда бизнес асыу, уны оҙатыу, үҫтереү һәм ябыу өсөн кәрәк булған бөтә мәғлүмәтте туплаған. Бында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре менән танышырға, бизнес өсөн ярҙам һәм хеҙмәттәр институттары тураһында ентекләберәк белергә була. Уңайлы фильтр һәр эшҡыуарға 100 саранан үҙенә кәрәген һайлап алырға булыша”, – тип хәбәр итте БР һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Порталдан һылтанма буйынса nalog.ru сайтына инергә мөмкин. Электрон рәүештә шәхси эшҡыуар булып теркәлергә, һалым түләү тәртибен һайларға, ИНН буйынса партнерҙарҙы тикшерергә була. Порталда шулай уҡ ғаризалар, квитанциялар өлгөләре бирелгән.
“Эшҡыуарҙарға” бүлегендә шулай уҡ бизнес өсөн идеялар тупланған, эшҡыуарлыҡ хаҡында популяр мәҡәләләр уҡырға, файҙалы кәңәштәр менән танышырға мөмкин. Порталда шулай уҡ эксперттарҙан консультация алыу мөмкинлеге бар.
Фото – БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: