+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 10:20

Данлыҡлы мәктәптең алтын юбилейы

Кисә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сара “Торатау” конгресс-холында үтте.

Кисә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сара “Торатау” конгресс-холында үтте.
Баш ҡалалабыҙ Өфөлә тәүге башҡорт мәктәбе 1970 йылда Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин, кеүек билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һәм йәмәғәтселектең дөйөм тырышлығы менән асыла. Ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары туған телен үҙләштерһен, мәҙәниәтен белһен, башҡорт мөхитендә аралашып үҫһен, тигән ниәттә булдырыла ул. Мәктәп 1992 йылда гимназия статусын ала, 1999 йылдан Фатима Мостафина исемен йөрөтә башлай.
Илле йыл дауамында белем усағы республикабыҙ өсөн бик көслө, билдәле зыялыларҙы, төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләй.
Тантанаға йыйылған халыҡты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Артабан ул бер төркөм уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Юбилей сараһы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, гимназия уҡыусыларының сығыштары менән үрелеп барҙы. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Эльмира Юлдашева, шулай уҡ Артур Иҙелбаев, Ләйсән Мәзитова, Айгөл Үтәгәнова, “Ант” төркөмө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Илгиз Таһиров, Дания Ғөбәйҙуллина, Ильяс Ҡарабулатов һәм башҡа артистар, ижади коллективтар ҡатнашты.
Ҡунаҡтар ошо уҡыу йортон тамамлаған билдәле рәссамдарҙың - Азамат Ғариповтың, Йәлил Сөләймәновтың һәм Азат Ҡужиндың күргәҙмәһе менән танышты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: