Бишбүләк районы Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башланды. Эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сиҙәкбаш ауылы клубы 1994 йылда төҙөлгән. Был ваҡыт арауығында бина иҫкергән, ҡыйығы ла туҙған.
Март аҙағында оҙаҡ көтөлгән ремонт эштәре башланған. Эштәрҙе “Белстрой” ойошмаһы башҡара.
Төҙөлөш материалдары индерелгән, ҡыйыҡта эштәр бара ла инде. Ошо арала төҙөүселәр бинаның эске яғында ла төҙөкләндереүҙе башларға тора.
Ремонтты быйыл июнь аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр. Ул 3,5 миллион һумға барып баҫа. Аҡса республика, район ҡаҙнаһынан һәм урындағы фермер-крәҫтиән хужалығынан бүленгән.
Яңыртылған мәҙәниәт йортонда патриотик һәм мәҙәни-ағартыу акциялары үткәрелер, ғаилә менән ял итеү, балаларға төрлө саралар ойоштороу өсөн шарттар булдырылыр, тип көтә ауыл халҡы.
Фото – Бишбүләк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.