+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 08:32

Өлкәндәр өсөн үҙизоляция тамам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле “Юғары әҙерлек” режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документта 15 апрелдән башлап 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусылар өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы бөтөрөлөүе тураһында һүҙ бара.

Шул уҡ ваҡытта республика властары уларға үҙизоляция режимын күҙәтергә кәңәш итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимын бөтөрөү хаҡындағы ҡарар бик уйлап ҡабул ителгән. Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә һәм 60 йәштән ололар унда әүҙем ҡатнаша.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: