-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 14:39

Ир-егеттәр ҡорға йыйыла

Иртәгә, 16 апрелдә, Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан ир-егеттәренең тәүге ҡоро уҙасаҡ. Форумды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.

Иртәгә, 16 апрелдә, Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан ир-егеттәренең тәүге ҡоро уҙасаҡ. Форумды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Унда йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, район-ҡалаларҙан инициативалы ир-егеттәр ҡатнашасаҡ.
Сараға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин киләсәк, тип көтөлә.
Йыйында ир-егеттәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, хәҙерге йәмғиәттә көслө заттың һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә улар индергән өлөшкә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, ҡала, район һәм ауылдарҙың ижтимағи тормошонда ирҙәрҙең ҡатнашыуын әүҙемләштереү тураһында һүҙ барасаҡ. Форумда күп балалы атайҙар-етәкселәр үҙҙәренең уңышлы идара итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Улар араһында – Өфө мэры Сергей Греков һәм Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов.
“Ойошмабыҙҙы былтыр уҡ төҙөгәйнек, әммә пандемия уның эшен йәнләндереп ебәреүгә аяҡ салғас, бер аҙ кисектереп торорға һәм быйыл тәүге форумды үткәрергә булдыҡ, – тине “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе һәм ойоштороусыһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – “Атайҙарҙың ролен күтәреү” тигән һүҙбәйләнешкә айырым баҫым яһар инем. Сөнки ғаилә төҙөүҙә, уны күтәреүҙә, тәьмин итеүҙә атайҙың роле ҡатын-ҡыҙҙыҡынан кәм түгел, бәлки, ниндәйҙер юҫыҡта күберәктер ҙә. Шуға бөгөн атайҙарҙың абруйын, бәҫен күтәреү маҡсатында ошондай ойошма кәрәк, тип уйлайым.”
“Ир-егеттәр ҡоро эше йомғаҡтары буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, уларға иң мөһим тәҡдимдәр инәсәк”, – ти Зариф Байғусҡаров.
Форум хаҡында тура тапшырыуҙы ойошманың социаль селтәрҙәге битенә инеп (https://vk.com/sovet_mujchin_rb) түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/sovet_mujchin_rb?w=wall-202441032_717
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: