Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында башҡорт теле кабинетын асыу буйынса эш дауам итә. Башҡортостандың мәғариф белгестәре эш сәфәре менән күрше республикала булды.
Яр Саллы ҡалаһының 11-се һанлы мәктәбе базаһында башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу, педагогтарҙы тейешле методик әсбаптәр менән тәьмин итеү ниәтенән яҡтар араһында һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр, файҙалы осрашыуҙар үткәрелде.
Был сара Башҡортостан Башлығы грантына, “Башҡорт теле- башҡорт иле” йәкшәмбе- тарихи мәктәбе” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ҡаланың 11-се һанлы мәктәбе башҡорт теле кабинетын асыуға осраҡлы һайланмаған. Унда 2004-10 йылдарҙа башҡорт теле класы булған. Ҡалалағы “Шишмәкәй” халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе бар.
Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡорт теле- башҡорт иле" йәкшәмбе- тарихи мәктәбе” проектын Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика интернат- гимназияһы тормошҡа ашыра.
Проект Магнитогорск, Миәс ҡалаларында, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Орск ҡалалары, Свердловск өлкәһенең Юғары Пышма, Пермь крайының Елпачиха, Татарстандың Яр Саллы, Сорғотта башҡорт теле кабинеттарын асыуҙы күҙ уңында тота ине. Уның күбеһе бөгөн тормошҡа ашырылды ла.