+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 17:43

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 апрелгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 33 803 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә сир 100 кешелә асыҡланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 апрелгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 33 803 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә сир 100 кешелә асыҡланған.
Әлеге ваҡытта стационарҙа мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр – 201. Шуларҙың 18-е ауыр хәлдә, етәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 3 117.
Үткән тәүлектә, 187 яҡташыбыҙ, зәһәр сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирустан һауығыусылар – 30 079.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәфҡәтһеҙ инфекция тағы ла дүрт ғүмерҙе өҙгән. Республикала коронавирустан вафат булыусылар 406 булып китте.
Министрлыҡ пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә хәбәр итә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 99 кешелә раҫланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 105.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: