+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 19:28

Ритайымға килегеҙ

Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанына ритайымға килегеҙ. 16 апрель, милли костюмдар көнөндә, “Ритайым Party” байрамы уҙғарыла.

Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанына ритайымға килегеҙ. 16 апрель, милли костюмдар көнөндә, “Ритайым Party” байрамы уҙғарыла.
Был сараның күптәнге традицияһы бар. Совет йылдарында гармунға бейеүҙәр ҡалала ла, ауыл ерендә лә даими уҙғарылған. Йәш-елкенсәктең, хеҙмәт кешеләренең йыйылышып тауға йәки ҡала майҙанына сығыуы яҙыусыларҙың байтаҡ әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Гармун моңона ҡушылып йырлау, бейеүханалар ойоштороу күренештәрен әле лә һағынып иҫкә ала ололар.
Ә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанындағы ритайымдар 90-сы йылдар урталарына тиклем дауам итте.
Был юлы ла байрамдың программаһында артистарҙың, баш ҡаланың ижади коллективтарының сығышы, тамашасыларҙың үҙҙәренең ҡатнашыуы һәм байрамдың уйындар, йырҙар менән үрелеп барыуы көтөлә.
Сараны республика мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфөнөң Киров районы хакимиәте ойоштора.
Республика Башлығының указына ярашлы милли костюмдар көнө йылына ике тапҡыр уҙғарыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: