+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 13:23

Максим Забелин прививка яһатҡан

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа ҡаршы “Cпутник V” вакцинаһын эшләткән.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа ҡаршы “Cпутник V” вакцинаһын эшләткән. “Мин прививка яһаттым, – тип бүлешә ул журналистар менән. – Үҙемде бик яҡшы тоям, кире эҙемтәләр юҡ”.
2020 йылдың икенсе яртыһында Максим Забелин COVID-19 инфекцияһын үткәргән икән. Шунан һуң ул даими рәүештә антиесемдәр кимәлен тикшереп торған. Һуңғы анализ иһә антиесемдәр аҙайыуын асыҡлаған, күрһәткестәр ундай кимәлдә булғанда вакцинация тәҡдим ителә.
Министр шулай уҡ, республикала сир кәмеүен, коронавирус менән ауырыусылар өсөн дауаханаларҙағы койкалар һаны ла аҙайтылыуын билдәләй.
“Коронавирустың өсөнсө тулҡынын иҫкәртеү өсөн халыҡтың эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәүе һәм вакцина эшләтеү мөһим. Тиҙҙән йәй ҙә етер, был осорҙа кешеләр ял итергә, сәйәхәт ҡылырға , аралашыу сиктәрен киңәйтергә теләй, – ти министр һәм республика халҡын прививка эшләтергә саҡыра.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: