Республикала “65 йәштән өлкәндәргә вакцинацияла ярҙам” тигән акция тормошҡа ашырыла башланы.
Акцияның асылы шунан ғибәрәт: “Берҙәм Рәсәй” партияһы автоволонтерҙары оло йәштәге кешеләргә һәм инвалидтарға прививка яһатыу өсөн поликлиникаға барырға ярҙам итә.
– Хәрәкәт итеү ауыр булған кешеләргә, өлкәндәргә поликлиникаға үҙ аллы барыу ҡатмарлы. Был акция тап улар өсөн тәғәйен, – тип белдерә партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Вакцина яһатыр өсөн поликлиникаға барыуға заявкалар “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенең 8-800-201-89-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Фото "Башинформ"дан алынды.