+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 09:10

Дыуан районында – көслө ташҡын

Көслө ташҡынға бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дыуан районында булды, урындағы хәл менән танышты, Мәсәғүт ауылында һыу баҫҡан йорттар хужалары менән осрашты, кәңәшмә үткәрҙе.

Көслө ташҡынға бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дыуан районында булды, урындағы хәл менән танышты, Мәсәғүт ауылында һыу баҫҡан йорттар хужалары менән осрашты, кәңәшмә үткәрҙе.
“Республикала ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы. Бик күп райондарҙа йылғалар ярҙарынан сыҡты, бындай хәл һуңғы йылдарҙа булғаны юҡ ине. Сәбәбе – көндәрҙең йылы тороуына бәйле ҡарҙың ҡапыл иреүе.
Әй йылғаһында боҙ һыҡыу һөҙөмтәһендә һыу күтәрелде һәм Мәсәғүттә 218 кеше йәшәгән 65 йортто, магазинды, 160 ишек алды хужалығын баҫты. Зыян күргән кешеләр спорт мәктәбенә урынлаштырылды. Йорттарға ингән һыуҙы һурҙыртыу өсөн ярҙамға Өфөнән махсус техника барасаҡ. Дыуан районы хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса штаб эшләй.
Әлеге ваҡытта һауанан район биләмәһе күҙәтелә, Әй йылғаһында боҙ тығылған тағы ике урын асыҡланды. Уларҙы ҡуҙғатыу буйынса эш бара”, - тип яҙа төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
Ҡар ирей башлағандан алып, Система-112 бәйләнеш линияһы аша һыу баҫыу тураһында халыҡтан 1 158 хәбәр килгән. Бөгөнгө көнгә республикала 603 йорт биләмәһе, 12 юл участкаһы, 2 күпер һыу аҫтында ҡалған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу өсөн 90 мең кеше һыйҙырышлы 480 пунк әҙерләгән. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте базаһында оператив штаб булдырылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: