+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 09:15

Башҡортостанда ташҡын ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн колл-үҙәк эшләй

Башҡортостанда һыу ташҡан ваҡытта бәләгә тарыған халыҡҡа ярҙам итеү буйынса «Туҡта, ташҡын» акцияһы сиктәрендә колл-үҙәк асылды.

Башҡортостанда һыу ташҡан ваҡытта бәләгә тарыған халыҡҡа ярҙам итеү буйынса «Туҡта, ташҡын» акцияһы сиктәрендә колл-үҙәк асылды.
«Партия ирекмәндәре аҙыҡ-түлек, кәрәк икән, кәмә килтерә, әйберҙәр икенсе ергә ташый, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша. Акция Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм эшҡыуарҙар менән берлектә уҙғарыла. «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы һәм төбәк кимәлендәге депутаттары әүҙем ҡатнаша», — тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Олег Яровиков фотоһы.

Читайте нас: