+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 20:59

Башҡортостан командаһы – алдынғылар иҫәбендә

Ставрополдә экологик белем биреү аҙнаһы сиктәрендә үткән Экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре билдәле булды. Призерҙар араһында Башҡортостан командаһы ла бар.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ставрополдә экологик белем биреү аҙнаһы сиктәрендә үткән Экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре билдәле булды. Призерҙар араһында Башҡортостан командаһы ла бар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева әйтеүенсә, республикаға юғары наградаларҙы Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаһы уҡыусылары килтергән.
Олимпиада ике этаптан – теоретик һәм практик өлөштәрҙән торған. Балалар экология буйынса һорауҙарға яуап биргән, проекттар тәҡдим иткән, орнитология, ботаника һәм гидробиология буйынса эҙләнеү һөҙөмтәләре менән таныштырған.
Йәш экологтарҙың тәбиғәтте һаҡлау буйынса акцияларҙа ҡатнашыуы республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә һәм “Экология” милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: