0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 20:33

Ағиҙелдәр Башҡорт тарихы йылын асты

Ағиҙел ҡалаһында “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни ял” проекты сиктәрендә Башҡорт тарихы йылын асыуға арналған тантана үтте. “Беҙҙең ҡала өсөн сара айырым әһәмиәткә эйә, ул үҫеп килгән быуынды Ағиҙелдә йәшәгән башҡорт ырыуҙары тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырҙы”, – тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағиҙел ҡалаһында “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни ял” проекты сиктәрендә Башҡорт тарихы йылын асыуға арналған тантана үтте.
“Беҙҙең ҡала өсөн сара айырым әһәмиәткә эйә, ул үҫеп килгән быуынды Ағиҙелдә йәшәгән башҡорт ырыуҙары тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырҙы”, – тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин башҡорт ырыуҙары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ башҡорт халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Программала уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған. Оҫта – Юлай Ғәлиуллин традицион уҡ атыу техникаһын күрһәтте, серҙәре менән бүлеште. Һәр кемдең үҙен һынап ҡарарға мөмкинлеге булды.
Бындай саралар республикала һәм унан ситтә йәшәгән башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итә, тип билдәләне ҡунаҡтар.
Фото – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: