+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 10:10

15 июнгә юлда соҡорҙар ҡалмаясаҡ

Ер ҡарҙан әрселгән осорҙа юлдарҙағы асфальт та, ғәжәп рәүештә иреп, урыны менән юҡҡа сыға.

Ер ҡарҙан әрселгән осорҙа юлдарҙағы асфальт та, ғәжәп рәүештә иреп, урыны менән юҡҡа сыға.
Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков Хөкүмәт кәңәшмәһендә,15 июнгә республика юлдарында соҡорҙар ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе.
Бөгөнгө көнгә ҡарата юлдарҙағы 21 723 соҡор тураһында мәғлүмәт махсус системала теркәлгән. Шуларҙың 7 654-е ямалған да инде. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа 28 асфальт заводы эшләй.
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 300 километр тәшкил иткән 173 объектта юл эштәре планлаштырылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: