+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 12:04

Вакцина ураҙаны боҙамы?

Кисә ҡояш байыу менән изге рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Быйыл ул, башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, ковидҡа ҡаршы вакцинация барған ваҡытта уҙа. Ураҙа осоронда прививка яһатырға яраймы?

Кисә ҡояш байыу менән изге рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Быйыл ул, башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, ковидҡа ҡаршы вакцинация барған ваҡытта уҙа. Ураҙа осоронда прививка яһатырға яраймы?
Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты етәксеһе Айнур хәҙрәт Бирғәлин был һорауға түбәндәгесә яуап бирә: “Дин әһелдәре һәм ғалимдар, туҡлыҡлы матдәләргә бай инъекциялар ураҙаны боҙа, тигән берҙәм фекер белдерә. Ә вакцинаны иһә кеше туҡланыу өсөн алмай, шунлыҡтан ковидҡа ҡаршы инъекция эшләтеүсенең ураҙаһы боҙолмай.”
“Кешеләр изге рамаҙан айында бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, тәрәүих намаҙын уҡырға, ифтар аштарына йыйыла. Шуға күрә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатып, үҙеңдең һәм тирә-яғыңдағы кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә”, – тип билдәләй Айнур хәҙрәт, ковидтан вакцинаның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: