Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикованың һүҙҙәренә таянып, «Известия», 15 апрелдән 1 июнгә тиклем Төркиә менән чартер авиабәйләнеш туҡтатыла, тип хәбәр итә.
Роспотребнадзор хеҙмәте етәксеһе Анна Попова быны Төркиәлә булған кешеләр илгә коронавирус инфекцияһының төрлө штаммын алып ҡайтыуы менән аңлата. Йыл башынан COVID-19 менән ауырыусыларҙың 80 проценты сирҙе ошо республикала йоҡтороп ҡайтҡан икән.
Төркиәлә март уртаһынан ковид менән ауырыу осраҡтары ҡырҡа артҡан.