+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 12:33

Шәхесен асыҡлау бара

Ҡырмыҫҡалы районының Өршәк йылғаһында ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Был турала урындағы район гәзите хәбәр бирә.

Ҡырмыҫҡалы районының Өршәк йылғаһында ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Был турала урындағы район гәзите хәбәр бирә.
Әлеге ваҡытта ҡатындың шәхесе асыҡлана. Уға яҡынса 45 йәштәр тирәһе, ти белгестәр. Мәйетте таныу өсөн, былтыр июль айында юғалған бер ҡатындың улы ла саҡырылған. Ләкин уның оҙаҡ ваҡыт һыуҙа ятыуы арҡаһында, был процедураны үткәреү мөмкин булмаған.
Эксперттар был осраҡта ДНК анализдары ярҙамында вафат булған кешенең яҡындарын табып, уның шәхесен асыҡлай ала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: