+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 16:44

Әсәлек капиталын файҙаланыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Рәсәйҙә әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде.

Рәсәйҙә әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Был үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хеҙмәт министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күргән.
Әгәр әсә элек сертификат аҡсаһын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсергән булһа, ул аҡсаны дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарынан кире алырға һәм башҡа йүнәлештәр буйынса файҙаланырға мөмкин.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, аҡсаны пенсия фонды иҫәбенә ҡайтарғандан һуң ярты йыл эсендә уны нисек тотонасағыҙҙы хәл итеп, ғариза яҙырға кәрәк. Алты ай уҙғас, пенсия фондына тағы мөрәжәғәт итеп, аҡса пенсияның тупланма өлөшөнә йүнәлтелмәҫ борон, ваҡытты оҙайтыуҙы һорарға була.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: