+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 07:55

Республиканың атҡаҙанған артискаһы йортон һыу баҫҡан

Билдәле бейеүсе Гүзәл Мамина Ҡырмыҫҡалы районы Вязовка ауылында йәшәй икән.

Билдәле бейеүсе Гүзәл Мамина Ҡырмыҫҡалы районы Вязовка ауылында йәшәй икән.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, төндә Өршәк йылғаһы ҡапыл күтәрелә башлай һәм ташҡын йорттың ишек алдына етә. Күп тә үтмәй һыу өйгә инә башлай. Артисканың әйтеүенә ҡарағанда, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу ихтималлығы тураһында уларҙы бер кем дә алдан иҫкәртмәгән. Булған барлыҡ йорт йыһаздары, көнкүреш техникаһы һыуҙа ҡалған, хәҙер ул эшкә яраҡһыҙ инде, тип хафалана хужабикә. Тик йорт хайуандарын, малды ғына ҡороға сығара алғандар.
Йортто Маминдар үҙ көстәре менән биш йыл элек һалып ингән. Быға тиклем ташҡын тик юлды ғына баҫа ине, моғайын, аҫтараҡ боҙ һыҡығандыр ҙа шуға һыу ныҡ күтәрелгәндер, тип фараз итә Вязовка ауылы халҡы.
Читайте нас: