Илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башланды. Бик күп кешеләр, прививка яһатып, еңел тын алды: мәкерле вирус хәҙер улай ҡурҡыныс түгел. Ләкин вакцинаны ҡаҙатырғамы, юҡмы, тип икеләнеүселәр ҙә байтаҡ әле.
Миллиардлаған кешенең вакцинация үтеүе вирус йоғоуҙы туҡтатып, коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк. Тик бергәләп ошо эшкә ҡушылғанда ғына беҙ ҡәҙимге тормошҡа ҡайта алабыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Мин covid-19-ҙан вакцина яһаттым, сөнки...” тигән флешмоб башлап ебәрҙе.
Республикабыҙҙың коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән медиктары, “Мин covid-19-ҙан вакцина яһаттым, сөнки...” тигән яҙма менән үҙ фотоларын һәм видеоларын ҡуйып, вакцинацияның кәрәклеге хаҡында үҙ фекерҙәрен һәм дәлилдәрен килтерә.
Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше, социаль селтәрҙә #рбкоронастоп #рбстопкорона #стопкорона #вместеостановимcovid19 #вместепротивковид тигән хэштегтар менән яҙма баҫып сығарып, был флешмобҡа ҡушыла ала.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.