+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 11:53

13 һаны мине ҡурҡытмай

13 апрель башҡорт эстрадаһы йондоҙо, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, сибәр ҡатын- ҡыҙ Нәзифә Ҡадированың тыуан көнө. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының апрель һанында йырсы менән уның тормошо, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүе, ейәндәре хаҡында ҙур ғына әңгәмәһе баҫыласаҡ.

Нәзифә Ҡадирова совет йылдарында бик иртә популярлыҡ яулаған йырсылар быуынан. Уның исеме хатта Бөтә Союз конкурстарында, фестивалдарҙа яңғырап тора.
-Шуның менән мин ғорурмын. Сөнки миңә тәүгеләрҙән булып халҡыбыҙҙың моңон республиканан ситтә танытыу бәхете тейҙе, -ти Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.
Яратҡан йырсыбыҙ Учалы районында тыуып үҫкән. Уның һаләтен шунда күреп, Өфөгә уҡырға, һуңынан эшкә саҡырылар. Ул бик иртә йәштән Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлаған һәм бөгөн дә сафта ҡалған, оҙон ижади ғүмерле йырсыларбыҙҙың береһе. Әле лә гастролдәр менән күп йөрөй, яратҡан тамашасылары менән осрашыуҙан арымай.
-Мин 13 апрель көнө тыуғанмын. Юрамыштарға ышанған кешеләр, уны насар һан тип тә нарыҡлай. Ләкин үҙемдең тыуған көнөмә бер ҙә үпкәм юҡ. Был һан миңә киреһенсә, гел уңыштар ғына алып килде. Хатта конкурстарҙа ла 13-сө булып сығыш яһағаным бар. Ошо матур апрель айында, тәбиғәттең уянған мәлендә донъяға килеүем менән бәхетлемен,- ти халыҡ артисткаһы.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы ла ҡотлауҙарға ҡушыла. Яратҡан йырсыбыҙға оҙон ғүмерҙәр, артабанғы көндәренең шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булыуын теләйбеҙ.
Йырсы хаҡындағы мәҡәләне, баҫманың апрель һанында уҡырға онотмағыҙ!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: