+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 09:10

“Йәш профессионалдар” чемпионатына – 100 көн

Бөгөн, Бөтә Рәсәй IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының һайлап алыу турҙары башланыуға бәйле, “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” тип аталған флешмоб ойошторола.

Бөгөн, Бөтә Рәсәй IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының һайлап алыу турҙары башланыуға бәйле, “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” тип аталған флешмоб ойошторола.
13.30 сәғәттә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу уңайынан концерт ойошторола.
15.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең генераль директоры Роберт Ураҙов һайлап алыу ярыштарында ҡатнашыусылар менән осраша. Улар алдында видеобәйләнеш аша космонавт-һынаусы, Рәсәй Геройы Сергей Рязанский сығыш яһаясаҡ.
Башҡортостан командаһына 14-тән 22 йәшкә тиклемге 329 кеше ингән. Ҡатнашыусыларҙы 124 белгес әҙерләй, күнекмәләр 80 белем биреү майҙансығында һәм 15 предприятиела үтә.
Билдәле булыуынса, Милли чемпионат финалы 21 - 25 июлдә Өфөлә була. Ярыштар 105 һөнәри компетенциялар буйынса ойошторола. Финалда 1800 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, уларҙың 600-ы – юниорҙар.
Читайте нас: