+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 08:49

“Виктория” Ҡазанды яуланы

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Конкурста ике төркөм ҡатнашты. Бәләкәстәр – дүрт, ҙурҙар төркөмө өс номер әҙерләгәйне.
“Оҙаҡ ваҡыт сит ерҙәргә сығып йөрөй алманыҡ. Шуға ла был конкурста ҡатнашыуыбыҙға бик ҡыуандыҡ. Иң ҡатмарлыһы – тултынланыуҙы еңеү булды”, – ти “Виктория” ансамбле тәрбиәләнеүсеһе София Борисова.
Ансамбль киләсәктә лә бәйгеләрҙә ҡатнашырға йыйына. 18 апрелгә мөһим ваҡиға – ҡала мәҙәниәт үҙәгендә “Уяныу” тип аталған яҙғы концерт билдәләнгән.
Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: