+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 12:57

Тағы бер ҡатын- ҡыҙ - хакимиәт башлығы

Башҡортостанда йәнә бер ҡатын -ҡыҙ муниципалитетты етәкләйәсәк. Иглин район советы депутаттары Гүзәл Насированы хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләүгә үҙ тауышын бирҙе.

Башҡортостанда йәнә бер ҡатын -ҡыҙ муниципалитетты етәкләйәсәк. Иглин район советы депутаттары Гүзәл Насированы хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләүгә үҙ тауышын бирҙе.
Был турала ҡатын- ҡыҙ етәксе үҙенең сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
-Көнөмде тулҡынланып үткәрҙем. Алда бик ҙур эш күләме көтә. Үҙемдең иңемә етди яуаплылыҡ һалынғанын аңлайым. Тик райондың бөтә конструктив көстәрен берләштереп кенә бөтә мәсьләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкин. Иглин районы, алға!- тигән Гүзәл Насирова.
Билдәле булыуынса, республикала тәүге ҡатын- ҡыҙ башлыҡ Ҡыйғы районында эшләй. Унда Учалы районында хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләгән Зөһрә Гордиенко тәғәйенләнде.
Күп төрлө сығынаҡтарҙан билдәле булыуынса, күрше Татарстанда әлеге ваҡытта бер ҡатын- ҡыҙ ҙа муниципалитетты етәкләмәй. 2009 йылда һайланған берҙән- бер гүзәл зат та бөгөн икенсе эшкә үрләтелгән. Ә Силәбе өлкәһендә 4 ҡатын –ҡыҙ район башлығы булып эшләй.
Белгестәр был өлкәлә, ҡатын –ҡыҙҙарҙың бурыстарына яуаплы ҡарауы, эшлекле, хеҙмәт яратыусан булыуын билдәләй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: