Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында башҡорт телен, халҡыбыҙҙың традицияларын, мәҙәнәтен өйрәнеү буйынса кабинет эшләй башланы. Ул “Башҡорт теле- башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәии- тарихи мәктәбе” сиктәрендә асылды.
Был проект Башҡортостан Башлығы грантына, Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика гимназия- интернаты етәкселеге менән тормошҡа ашырыла.
Миәс ҡалаһындағы башҡорт теле класын тантаналы асыу сараһы үтте. Унда Силәбе өлкәһе Миәс ҡала округы хакимиәте башлығы, урындағы мәғариф идаралығы белгестәре, Башҡортостан мәғариф министрлығы, гимназия- интернат вәкилдәре ҡатнашты.
Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика интернат- гимназия педагогтары башҡорт бейеүе һәм ҡурай буйынса оҫтахана дәрестәре үткәрҙе.
Проектты тормошҡа ашырыу республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә туған телендә белем алыу, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнеү мөмкинлеге бирәсәк. Уның йомғаҡтары буйынса интернат- гимназияһы базаһында берҙәм һанлы майҙансыҡ булдырыу күҙ уңында тотола.
Ул башҡорт теленән белем бирергә теләгән педагогтар өсөн методик ярҙам буласаҡ ти белгестәр.