+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 11:05

Мәктәп стоматологияһының хеҙмәттәре менән педагогтар ҙа файҙалана ала

Башҡортостан уҡытыусылары беренсе сентябрҙән мәктәп стоматология кабинеттарында тештәрен дауалай аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ҡанатлан” мәктәп мәғарифы форумында яңы уҡыу йылына ошо турала норматив базалар һәм лицензия әҙерләүҙе йөкмәтте.

Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров республиканың тағы 57 мәктәбендә яңы стоматология кабинеттарын асыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был учреждениеларҙа 500-ләп бала белем ала.
“Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәк мәктәптәрендә әле 66 лицензияланған теш дауалау кабинеттары эшләй. Унда ун бер мең бала тейешле хеҙмәт алған.
  • Беҙ балаларҙы дауалау буйынса системалы эшләйбеҙ. Хатта ҡайһы бер райондарҙа балалар стоматологы ла булмаған. Иң мөһиме был кабинеттар һөҙөмтәле эшләһен һәм һәр мәктәптә табип булһын, - тине Радий Фәрит улы.
  • Автор:Гөлнур Ишбулатова
    Читайте нас: