0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 16:34

Ковидтың өсөнсө тулҡыны килерме?

Башҡортостандың һаулыҡ министры Максим Забелин бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә, беҙгә коронавирустың өсөнсө тулҡыны килеүе ихтимал, тип әйтеп үтте.

Башҡортостандың һаулыҡ министры Максим Забелин бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә, беҙгә коронавирустың өсөнсө тулҡыны килеүе ихтимал, тип әйтеп үтте.
“Беҙ сирҙең үҫешенә әҙер булырға һәм вакцинация күләмен арттырырға тейешбеҙ, – тип белдерҙе ул. – Яҡын арала, федераль эксперттар баһалауҙарына ҡарап, Рәсәй граждандарының сир айырыуса көсәйгән илдәргә сығыуын сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе мөмкин. Иң элек улар – коронавирусҡа бәйле хәл хәүеф уятҡан Төркиә һәм Европа илдәре”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм “Роспоребнадзор”ға ковид инфекцияһы үҫешен булдырмау өсөн саралар хаҡында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Ул республикала битлек режимы һаҡланыуын һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция дауам итеүен хәтергә төшөрөп үтте.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: