+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 10:48

Ишле ғаиләгә тағы бер ярҙам

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы тураһында”ғы законға ишле ғаиләләр өсөн транспорт һалымын кәметеү хаҡында үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы тураһында”ғы законға ишле ғаиләләр өсөн транспорт һалымын кәметеү хаҡында үҙгәрештәр индерергә йыйына. Был мәсьәлә алдағы ултырыштарҙың береһендә ҡараласаҡ, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.
– Закон проекты күп балалы ғаиләләр өсөн двигатель ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем ат көсөнә эйә автомобилдәргә транспорт һалымын 50 процентҡа кәметеүҙе тәҡдим итә, – ти парламент рәйесе Константин Толкачев. Льготанан ата-әсәнең йәки уллыҡҡа алыусыларҙың береһе файҙалана ала.
Двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем автомобилдәре булған ишле ғаиләләр транспорт һалымын түләүҙән тулыһынса азат ителгән дә инде.
– Әле ғәмәлдә булған ташламаның һәм тәҡдим ителгән льготаның дөйөм күләме ун миллион һум тирәһенә барып баҫа. Бюджет өсөн ул ҙур юғалтыу түгел, ә күмәк ғаиләләр өсөн – һиҙелерлек ярҙам, – тип билдәләй Константин Толкачев.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: