+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 08:30

Хәүефле тәбиғәт күренештәре йышая

Ошо көндәрҙә һауа температураһы апрель айының был осорона тап килгән уртаса норманан 7 – 10 градусҡа юғары тора.

Ошо көндәрҙә һауа температураһы апрель айының был осорона тап килгән уртаса норманан 7 – 10 градусҡа юғары тора.
Урал федераль университеты климатологы Константин Грибанов һәм Силәбе дәүләт университетынан уның коллегаһы Екатерина Пестрякова, Рәсәйҙә хәүефле тәбиғәт күренештәре йышая барасаҡ, тип белдерә. Уларҙың фекеренсә, көслө дауыл, ташҡындар, ҡаты һыуыҡтар һәм, киреһенсә, эҫе йәйҙәр һәм ҡоролоҡтар ғәҙәти хәлгә әйләнә бара. Уларҙың сәбәптәре булып, Ер шарында климаттың глобаль үҙгәреүе тора. Ә ул иһә үҙ сиратында парник эффекты эҙемтәһе булып тора. Ғалимдарҙың фекеренсә, ошо быуаттың урталарына Рәсәйҙең көньяғына даими ҡоролоҡ янай.
Бөгөнгө көндә илдә атмосфераға углекислый газ ташлауҙы һәм экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән башҡа сарлара ғәмәлгә ашырыла. Билдәле булыуынса, былтыр ноябрҙә Президент Владимир Путин Хөкүмәткә 2030 йылға тиклем предприятиеларҙа парник газдарын бүлеп сығарыуҙы 1990 йыл күрһәткестәренә ҡарата 70 процентҡа кәметеү тураһында күрһәтмә биргәйне.
Әлбиттә, был йәһәттән һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Тәбиғәтте, һулар һауаны бысратмаҫҡа тырышайыҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: