+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2021, 08:50

Бер кеше урында йән биргән

Кисә кискеһен Белорет районында, Өфө-Инйәр-Белорет юлының 209-сы километрында, Сибайҙан Өфөгә юлланған микроавтобус аварияға осраған.

Кисә кискеһен Белорет районында, Өфө-Инйәр-Белорет юлының 209-сы километрында, Сибайҙан Өфөгә юлланған микроавтобус аварияға осраған.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек Сибай кешеһе, «Toyota Hiace» микроавтобусы менән идараны юғалтыу һөҙөмтәһендә, юлдан сығып осҡан. Машинала водителдең үҙе менән бергә ете кеше булған. Тән йәрәхәттәренән бер ҡатын урында йән биргән, дүрт кеше дауаханаларға оҙатылған.
Әле юл фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: