Силәбе йүнәлешендә хәрәкәт иткән ВАЗ-2110 автомобиле ошондай уҡ маркалы икенсе машинаны һөйрәтеп бара. Хәрәкәт иткәндә трос өҙөлә. Боҙоҡ машина водителе, сығып, хәлде асыҡларға була. Шул мәлдә арттарынан килгән "Lexus RX300" туҡтап торған автомобилдәргә бәрелә. Һөҙөмтәлә 1981 йылғы ир алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.