0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 11:45

Йәш һөнәрмәндәр ярыша

12 апрелдә Башҡортостанда IX “Йәш һөнәрмәндәр (Worldskills Russia)”милли чемпионатының финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярыштары башлана. Унда Рәсәйҙең 40 субъектынан конкурсанттар һәм эксперттар ҡатнаша.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

12 апрелдә Башҡортостанда IX “Йәш һөнәрмәндәр (Worldskills Russia)”милли чемпионатының финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярыштары башлана. Унда Рәсәйҙең 40 субъектынан конкурсанттар һәм эксперттар ҡатнаша.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ярыш ике һөнәри белем биреү ойошмаһында: Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында һәм Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжында үтә.
Милли чемпионаттың финалына эләгеү өсөн Башҡортостан Республикаһынан 14 – 22 йәшлек 82 конкурсант көсөн һынай.
Һайлау ярышында еңеүселәр IX “Йәш һөнәрмәндәр (Worldskills Russia)”милли чемпионатының финалында ҡатнаша. Ул 2021 йылдың 21 – 26 июлендә үтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: