+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 08:45

Тағы бер губернатор китте

Президент Владимир Путин Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозовты отставкаға сығарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Кремль сайтында.

Президент Владимир Путин Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозовты отставкаға сығарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Кремль сайтында.
Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу сенатор Алексей Русскихҡа йөкмәтелгән.
Сергей Морозов ғаризаны үҙ теләге менән яҙған һәм быны Дәүләт Думаһына депутат булып һайланыу ниәте менән аңлата. Ул өлкәне 16 йыл етәкләгән.
Алексей Русских 2007 – 2018 йылдарҙа V, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була, ә бөгөнгө көнгә тиклем Федерация Советында сенатор булып тора. Шуны ла өҫтәргә кәрәк: ул – коммунистар партияһы ағзаһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: