Ковидҡа ҡаршы донъялағы тәүге иммуноглобулинды етештереү өсөн Башҡортостан ҡан биреү станцияһы ебәргән плазма файҙаланыла. “КОВИД-глобулин” тигән был препаратты "Ростех" дәүләт корпорацияһының "Нацимбио" холдингы белгестәре эшләп сығарған. Препаратты яһау өсөн Республика ҡан биреү станцияһы оҙатҡан сеймал ҡулланыла.
Станцияның баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, иммуноглобулин етештереү өсөн 700 литр самаһы плазма тапшырылған. “КОВИД-глобулин” коронавирустан һауыҡҡан кешеләрҙең ҡан плазмаһы нигеҙендә яһала. Дарыу организмға сирҙе еңергә булышлыҡ итә һәм кешенең иммун системаһына тиҙерәк антиесемдәр барлыҡҡа килтерергә “өйрәтә”.