Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнгән Илеш районы башлығы Илдар Мостафинды тотҡан.
«Башинформ» агентлығы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, 44 йәшлек түрәнең эш бүлмәһендә һәм уның йәшәгән урынында оператив-тәфтиш эштәре алып барыла.
Тиҙҙән Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк Тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уға Рәсәй Енәйәт кодексының 286-сы статья буйынса ғәйеп тағырға йыйына. Район башлығына дәғүәләрҙең ниндәй эпизодҡа бәйле булыуы әлегә хәбәр ителмәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Мостафин 13 йыл Илеш районын етәкләй.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.