+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 19:21

Башҡортостан – “Путин” пособиеларына иң күп ғариза бирелгән төбәктәр араһында

Был турала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Татьяна Голикова белдерҙе.

Владимир Путин 2019 һәм 2020 йылдар Мөрәжәғәтнамәләрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында Хөкүмәт етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе. Хөкүмәт Рәйесенең социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Татьяна Голикова 2020 йылдағы яңы пособие – табыштары ҙур булмаған һәм өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙамға бюджеттан 214 миллиард һум аҡса бүленеүен әйтеп үтте. 2021 йылда был сумма 276 миллиард һумға тиклем артасаҡ, сөнки пособиены иҫәпләү алымы үҙгәрә.
“1 апрелдән алып 8 апрель иртәһенә тиклемге осорҙа дәүләт хеҙмәттәре порталында 846 меңгә яҡын ғариза бирелгән. Улар һаны буйынса Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Алтай крайы алда бара. Төбәктәр был ғаризалар буйынса түләүҙәрҙе бирә башланы ла инде”, – тине ул.
Әлеге һөҙөмтә сифатлы эш тураһында һөйләй: пособие түләү механизмы яҡшы ҡуйылған, аҙ килемле ғаиләләр үҙ хоҡуҡтарын белә һәм уларҙан әүҙем файҙалана.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, былтыр республикала өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 106 711 ғаилә алған. Уларҙа 137 212 бала тәрбиәләнә. Пособиеларҙың дөйөм суммаһы ете миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2021 йылда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие күләме һиҙелерлек артасаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: