-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 09:32

“Ауыл халҡының 70 проценты – фәҡирлек сигендә”

Республикабыҙҙа табыштары йәшәү минимумынан артмаған кешеләр һаны 490 меңдән ашып китә. Халыҡтың ярлы төркөмдәре араһында – 70 проценты фәҡирлек сигендә ғүмер итеүсе ауыл халҡы. Был турала Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов хәбәр итте.

Республикабыҙҙа табыштары йәшәү минимумынан артмаған кешеләр һаны 490 меңдән ашып китә. Халыҡтың ярлы төркөмдәре араһында – 70 проценты фәҡирлек сигендә ғүмер итеүсе ауыл халҡы. Был турала Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов республика парламентының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хәбәр итте.
“Бындай күрһәткестәрҙең төп сәбәбе – ауылда эш урындары етмәү һәм түбән хеҙмәт хаҡы”, – тип белдерә ул. Рим Ҡәйүмов фекеренсә, халыҡты һөҙөмтәле эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн эш урындары булдырырға, ауылда йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәрергә кәрәк.
“Эшһеҙлектең иң юғары кимәле 2020 йылдың 29 сентябренә тура килгән”, – ти Рим Ҡәйүмов. Ул саҡта теркәлгән эшһеҙҙәр 12 меңдән 129 меңгә хәтлем артҡан.
Рим Ҡәйүмов билдәләүенсә, республиканың власть органдарының бизнесҡа иҡтисади ярҙам саралары күреүе, шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалыу шарты менән субсидияларҙан файҙаланыу мөмкинлеген биреү эш урындарын һаҡларға булышлыҡ иткән. Эшһеҙлек буйынса түләүҙәр һәм пособиелар пандемия осоронда мәжбүри сикләү сараларының кире эҙемтәләрен кәметергә ярҙам иткән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: