+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 12:24

Һатыуҙы арттырырға, географияны киңәйтергә

Барыһы ла ун бер йыл элек улдарының тыуған көнөнә бешерелгән торттан башлана. Бөгөн иһә Сибайҙағы LeBiscuit ғаилә тәм-том әҙерләү ойошмаһында 18 белгес эшләй. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алынған дәүләт ярҙамы Елена һәм Юрий Ивановтарға яңы ижади хыялдарын тормошҡа ашырырға һәм бизнесын киңәйтергә мөмкинлек бирә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Барыһы ла ун бер йыл элек улдарының тыуған көнөнә бешерелгән торттан башлана. Бөгөн иһә Сибайҙағы LeBiscuit ғаилә тәм-том әҙерләү ойошмаһында 18 белгес эшләй. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алынған дәүләт ярҙамы Елена һәм Юрий Ивановтарға яңы ижади хыялдарын тормошҡа ашырырға һәм бизнесын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Тәм-том әҙерләү ойошмаһы шәхси заказ буйынса торт бешерә. Никах, юбилей тантаналарына, балалар йә корпоратив байрамдарға әҙерләнгән тәмлекәстәр өсөн тик сифатлы тәбиғи аҙыҡ-түлек кенә ҡулланыла.
Ивановтарҙың бизнесы үҙенсәлеге шунда: улар бер ҡасан да продукцияһын магазин йә кафе аша һатмай. Бар эш социаль селтәрҙәр аша алып барыла.
– Бындай һатыу моделе беҙгә, үткән йылдағы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, килемде 15 процентҡа арттырырға булышлыҡ итте. Һыуытҡыс ҡоролмалар менән йыһазландырылған автотранспортыбыҙ бар, заказдарҙы тәғәйен ваҡытҡа алып барып еткерәбеҙ, – ти Юрий.
Милли проект сиктәрендә ҡала хакимиәтенән алған субсидияны эшҡыуарҙар автомобиль алыуға лизинг түләүенә тотонған.
Ойошма 80 процент продукцияһын Сибайҙан ситкә оҙата, тәм-том Өфөгә, Ырымбурға, Силәбегә һәм башҡа ҡалаларға алып барыла. LeBiscuit ойошмаһы тиҙҙән яңы иркен бинаға күсергә йыйына.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: