+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 08:50

Аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнә

Башстат хеҙмәте үткәргән мониторингҡа ярашлы, 29 марттан 5 апрелгә тиклем, бер аҙна эсендә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ярайһы артҡан.

Башстат хеҙмәте үткәргән мониторингҡа ярашлы, 29 марттан 5 апрелгә тиклем, бер аҙна эсендә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ярайһы артҡан.
Мәҫәлән, картуф 6% ҡиммәтләнгән һәм бер килограммы уртаса 36,8 һумға еткән. Икенсе урында – ҡыяр. Был йәшелсә 2,8% ҡиммәтләнгән, килограммы - 104,6 һум.
Колбаса хәҙер 2,2% ҡиммәтерәк һатыла - килограмы 417,4 һумға төшә. Бер литр һөттөң хаҡы (2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы) хәҙер 66,4 һум тора (1,9%). Шоколадлы кәнфиттәр 1,8% ҡиммәтләнгән, бер килограмм кәнфиттең хаҡы уртаса 288,3 һумға еткән.
Аҙыҡ-түлектең арзанайған осраҡтары ла бар. Был исемлеккә тары ярмаһы (2,8%), яңы ҡыяр (1,6%), ҡаты сыр (0,7%), аҡ май (0,6), алма, һыуытылған тауыҡ ите (0,5), шулай уҡ балалар өсөн емеш-еләк һәм йәшелсә консервалары, кәбеҫтә, вермишель, аш тоҙо инә.
Читайте нас: